Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы баш ҡала урамдарының береһендә теркәлгән. 22 июндән 23-нә ҡарай төндә Өфөлә «Лада Гранта» һәм "КамАЗ" бәрелешкән.
Аварияла «Лада Гранта»ның 23 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Гранта» водителе СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап Комсомол урамы яғына хәрәкәт иткән һәм туҡтап торған «КамАЗ» йөк транспорты менән бәрелешкән.
Шулай уҡ кисә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә «Рено Флюенс»тың 38 йәшлек водителе, Сельская Богородская урамы буйлап хәрәкәт иткәндә, рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған йәйәүлене тапатҡан.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 35-40 йәштәрҙәге ир алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Уның шәхесе асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғалары осраҡтары буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла, бөтә сәбәптәр асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ҡала дәүләт автоинспекцияһынан.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.