Хәүефһеҙлек
23 Июнь 2024, 15:00

Төҙөлөш майҙанында йәнә фажиғә

Йәш егеттең ғүмере өҙөлдө...

Төҙөлөш майҙанында йәнә фажиғәТөҙөлөш майҙанында йәнә фажиғә
Төҙөлөш майҙанында йәнә фажиғә

Күптән түгел генә баш ҡалала төҙөлөш майҙанында фажиғәле хәл булып, дүрт эшсенең ғүмере өҙөлгәйне. Улар алтынсы ҡат бейеклегенән төҙөлөш люлькаһында ҡолап төштө.

Бөгөн төҙөлөш майҙанында йәнә ошоноң ише хәл ҡабатланды. Фажиғә баш ҡаланың Комсомол урамында төҙөлгән объектта булды.

21 йәшлек төҙөүсе бишенсе ҡат бейеклегенән ҡолап төшкән. Был видеоға эләккән, уның артынан төҙөлөш материалдары ла ҡойолоп төшкәне күренә. Урынға саҡырылған табиптар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ярҙам итә алмай, егет урында һәләк була.

Өфө ҡалаһы Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, һәләк булған ир 2003 йылда Үзбәкстанда тыуған.

Фото:utvufa

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас