Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Севастополь ҡалаһының Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Владимир Немцовҡа телеграмма ебәрҙе. Ул үҙ хатында ҡалаға ут асыу арҡаһында һәләк булған кешеләргә бәйле ҡайғы уртаҡлашты.
– Украинаның ҡораллы көстәренән террорсылар Севастополгә ҡот осҡос һөжүм яһаны. Ял көнөндә тыныс ҡына һыу инеп йөрөгән кешеләргә, ғаиләләргә кассеталы боеприпастар осорҙо. Унда балалар һәләк булды. Был – бик ҙур ҡайғы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, йәрәхәт алыусыларҙың тиҙерәк һауығыуын теләйем.
Был фажиғә – МХО-ның бөтә маҡсаттары ла тормошҡа ашырылырға тейешлеген раҫлаусы тағы бер дәлил. Рәсәй армияһы ошо терактты яуапһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышанам, - тип белдерҙе ул.
Фото:news-cr.ru