Быйыл яуған көслө ямғырҙар тотош ауылдарҙы һыу "ҡамауы"нда ҡалдыра, тотош баҡсаларҙы йыуып алып китә. Ә бына Саҡмағош районында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған.
Үрге Аташ ауылында көслө ямғырҙарҙан һуң урындағы зыяратты һыу баҫҡан. Халыҡ социаль селтәрҙә зыярат ҡоймаһы буйлап көслө һыу ағыуын күрһәткән видеояҙма баҫтырған.
Ауыл советында журналистарға ҡәберҙәрҙе һыу баҫыуы хаҡындағы мәғлүмәтте раҫлағандар һәм һыуҙың ҡайтыуын белдергәндәр.
Ни булды һуң һиңә тәбиғәт? Һынауҙарың менән һынайһың бит, кешеңде...
Фото: видеонан скриншот
Видео: Телеграмдан