+21 °С
Болотло
Мәсетле районында икенсе тәүлек Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары 84 йәшлек ҡатынды эҙләй.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәт буйынса, кисә пенсионер өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Һабанаҡ һәм Салйоғот ауылдары араһында Әй йылғаһы буйында юғалған инәйҙең шәхси әйберҙәре табылған.
Эҙләү эштәренә полиция, хакимиәт һәм урындағы халыҡ йәлеп ителгән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.