Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2024, 08:00

Ҡыяр ашап... үлгән

Ҡот осҡос хәл. Ҡыҙға 21 генә йәш булған...

Ҡыяр ашап... үлгәнҠыяр ашап... үлгән
Ҡыяр ашап... үлгән

Мәләүездә 21 йәшлек студент ҡыҙ ҡыяр ашағанда ҡарлыға. Урынға саҡырылған табиптар килгәндә, ул инде үлгән була. 

Ҡыҙҙың туғандары уны ҡотҡарырға була ине тип иҫәпләй. Шуға күрә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тикшереү үткәреүҙе үтенә.

Ведомствола иһә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенең саҡырыу булғандан һуң алты минуттан килеүен белдергәндәр. Медицина хеҙмәткәре ҡыҙҙы ҡарағанда уның ҡан тамыры тибеше күҙәтелмәгән, күҙ ҡараһының яҡтылыҡҡа һәм еңелсә тәьҫир итеүгә реакцияһы булмаған. 

Ҡыҙҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: https://vk.com/wall-38950403_80003

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас