Хәүефһеҙлек
27 Июнь 2024, 04:00

Алып барыусының ғаиләһе ҡурҡыныс аварияға эләккән

Динә машинала өс балаһы менән булған... 

Алып барыусының ғаиләһе ҡурҡыныс аварияға эләккәнАлып барыусының ғаиләһе ҡурҡыныс аварияға эләккән
Алып барыусының ғаиләһе ҡурҡыныс аварияға эләккән

Кисә Белорет районында, Абҙаҡ ауылы янында ҡурҡыныс авария булды. Ике машина бәрелешеүҙән дүрт кеше зыян күрҙе, уларҙың өсәүһе – балалар. Әле иһә был кешеләрҙең кемлеге асыҡланды.

Машиналарҙың береһендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан "ТВ-ИН" каналы журналисы Динә Наумова һәм уның өс балаһы китеп барған. Уларға ҡаршы яҡтан килгән автомобиль бәрелә. Ғаиләне ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр. Айырыуса Динәнең 12 йәшлек улы зыян күргән – уның умыртҡа һөйәге һынған, 7 йәшлек ҡыҙының янбашы һынған, ә 9 йәшлек ҡыҙҙың яңағы һынған. Ханымдың үҙендә – ҡорһағының тупаҫ йәрәхәтләнеүе һәм бихисап имгәнеүҙәр.

Ғаиләгә тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ. Юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: Маш-Баташ телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас