Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2024, 04:00

Балыҡсыға өйөнә ҡайтырға яҙмаған...

Бигерәк тә ямғырҙар мәлендә һыу ятҡылыҡтары янында үтә иғтибарлы булығыҙ

Балыҡсыға өйөнә ҡайтырға яҙмаған...Балыҡсыға өйөнә ҡайтырға яҙмаған...
Балыҡсыға өйөнә ҡайтырға яҙмаған...

Балыҡсы батҡан

27 июндә кис Шишмә ауылында фажиғә булған. Ҡалмаш йылғаһында балыҡ тотҡан ир текә ярҙан һыуға ҡолап төшөп бата. 36 йәшлек балыҡсының кәүҙәһен ярҙан алыҫ түгел табып алалар.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән хәл министрлығы ҡотҡарыусылары иҫкәртә: бигерәк тә ямғырҙар мәлендә һыу ятҡылыҡтары янында үтә иғтибарлы булығыҙ: һыу күтәрелә, ә яр буйы тайғаҡҡа әйләнә.

Фото: МЧС по РБ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас