Уҙған аҙнала, 23 июндә ВСУ ATACMS америка ракеталары менән Севастополгә һөжүм иткәйне. Кассеталы ракеталар бер ни уйламай ял иткән кешеләр өҫтөнә – пляжға килеп төштө. Һөҙөмтә ҡурҡыныс - дүрт кеше һәләк булды, 153 кеше йәрәхәтләнде.
Тыныс ҡына ял иткән кешеләр өҫтөнә ракета ярсыҡтары төшә башлағас, күптәр йүгерә башлай. Ошо ваҡытта бер күренеш иғтибарҙы йәлеп итә. Ир кеше хәлдең ниҙә икәнлеген аңлау менән, янында йөрөгән улын кәүҙәһе менән ҡаплап, өҫтөнә ята. Ул башҡалар кеүек сәбәләнмәй, йүгермәй, ҡурҡмай, ни бары улын һаҡларға тырыша.
Видеояҙманан күренеүенсә, бала тәүҙә аптырап китә, хәлде аңларға тырыша. Ә атаһы уны үҙенә яҡыныраҡ тарта һәм нығыраҡ ҡаплай.
Хәбәр ителеүенсә, һөжүм барышында атаһы йәрәхәтләнә, шулай ҙа иҫән ҡала. Әле ул Мәскәүҙә дауалана. Малай менән барыһы ла яҡшы.
Фото: скриншот.