Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2024, 10:00

Шүлгәнташҡа бармай тороғоҙ!

Мәмерйәнең эсен һыу баҫҡан.

Шүлгәнташҡа бармай тороғоҙ!Шүлгәнташҡа бармай тороғоҙ!
Шүлгәнташҡа бармай тороғоҙ!

Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе - туристарҙың иң яратҡан урыны.

Бында йәйен дә, ҡышын да ял итергә теләүселәр күп. Һуңғы көндәрҙә республикала туҡтамай яуған ҡойма ямғырҙар сәбәпле, мәмерйәнең эсен һыу баҫҡан. Шуға күрә унда инеү, йәғни экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатыла.

Көндәр йылынып, һыу кире ҡайтыу менән Шүлгәнташҡа экскурсиялар асыласаҡ, әлегә Бөрйәнгә бармай тороғоҙ!

Видео һәм фото: Телеграмдан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас