Нуриман районы Һатлыҡ ауылынан 75 йәшлек Хәтмуллина Фәниә Фәтхулла ҡыҙын эҙләйҙәр. 28 июндән уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Был турала “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хбәр итә.
Билдәләре: буйы – 140 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе салланған, күҙҙәре һоро төҫтә.
Өҫтөнә аҡ ҡыҫҡа күлдәк, ҡара колготка кейгән, башында аҡһыл яулыҡ, аяҡтарында – ҡата. Медицина ярҙамына мохтаж.
Уның тураһында мәғлүмәт белеүселәр булһа, 88007005452 һандары буйынса ҡыҙыу линияға йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.
Фото: “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды.