Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2024, 12:05

Юлдарҙы ла һыу баҫа...

 Сәфәргә сыҡмай тороғоҙ, тип иҫкәртәләр. Ҡайһы райондарҙа?

Юлдарҙы ла һыу баҫа...Юлдарҙы ла һыу баҫа...
Юлдарҙы ла һыу баҫа...

Көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҡайһы бер йылғаларҙа һыуҙың ҡапыл ташыуы, юлдарҙы һыу баҫыуы күҙәтелә.

Бындай хәлдәр Әбйәлил, Белорет райондарында теркәлгән.

Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн, һауа торошо яҡшырмайынса һәм һыу кимәле төшмәйенсә, алыҫ сәфәргә, бигерәк тә Өфө – Инйәр – Белорет юлы буйлап, йөрөмәй тороғоҙ, тип кәңәш итә юл хеҙмәттәре.

Юлдарҙа водителдәргә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ентекле үтәргә, бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк.

#дорогирб

Юлдарҙы ла һыу баҫа...
Юлдарҙы ла һыу баҫа...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас