+20 °С
Ямғыр
Нлябрь айында Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡот осҡос фажиғә булғайны. Ағиҙел йылғаһы аша ауылдың ике өлөшөн тоташтырған аҫылмалы күперҙән машинала ауып, 42 йәшлек ҡатын һәм уның биш һәм алты йәшлек балалары һәләк булғайны.
Әле килеп шул иҫке ҡоролма урынына яңыһын төҙөмәкселәр. Бының өсөн 95,2 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөлөш ойошмаһы күперҙе 2025 йылдың декабренә файҙаланыуға тапшырырға тейеш.
Фото: https://vk.com/beloretsk3