Хәүефһеҙлек
1 Июль 2024, 12:04

Мең дә беренсе тапҡыр әйтәбеҙ: һеҙгә шылтыратһалар...

Фатирһыҙ ҙа, машинаһыҙ ҙа, етмәһә кредит ҡоллоғонда ҡалырһығыҙ. Миҫалдар күп.

Мең дә беренсе тапҡыр әйтәбеҙ: һеҙгә шылтыратһалар...Мең дә беренсе тапҡыр әйтәбеҙ: һеҙгә шылтыратһалар...
Мең дә беренсе тапҡыр әйтәбеҙ: һеҙгә шылтыратһалар...

Мутлашыусылар телефон аша халыҡтың аҡсаһын "һауыуын" дауам итә. Шулай тимәйенсә булмай, сөнки ял көндәрендә генә республика кешеләре 10 миллион һумға яҡын һаҡламын юғалтҡан. 16 кеше полицияға ғариза яҙған.

Ә аҙнаһына 64-92 миллиондан ҡолаҡ ҡағып торалар. Июндә бөтәһе 318 миллион һум мутлашыусылар кеҫәһенә инеп ятҡан. 2023 йылда билдәһеҙ иҫәптәргә барлығы 3 миллиард 200 миллион һум күсерелһә, быйыл да шунан кәм булмаҫ кеүек: ярты йылда былтырғы күрһәткестең яртыһына еткәнбеҙ ҙә инде. Рәсәй буйынса йыллыҡ һандар бөтөнләй ҡот осҡос: 67 миллиард һум!!!

Мәҫәлән, яңы ғына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез ҡалаһы буйынса бүлегенә ғариза менән 1995 йылғы егет мөрәжәғәт иткән. Февралдән башлап ир инвестицияларға аҡса һалған, ләкин бер аҙҙан уларҙы ала алмаған. Тиҙҙән "теге яҡтан" бәйләнешкә сыҡмай башлағандар. Шул саҡта ғариза биреүсе аферистар менән бәйләнешкә ингәнен аңлай. Ул кредитҡа алынған 3,5 миллион һумды тотошлай тиерлек мутлашыусылар ҡулына биреп өлгөргән.

Шулай уҡ 53 йәшлек ир Илеш районы полицияһына мутлашыу тураһында ғариза яҙған. 2023 йылдың авгусынан үҙен ҙур фирма хеҙмәткәре итеп танытҡан билдәһеҙ кешенән уның кеҫә телефонына шылтыратыуҙар килә башлай. Инвестиция платформаһында юғары табыш һылтауы менән мутлашыусы иргә иҫәп асырға һәм унда аҡса һалырға тәҡдим итә. Шулай итеп, өс миллион һумға яҡын аҡсаһын урлай.

Уяу булығыҙ һәм таныш булмаған телефон номерҙарына ышанмағыҙ. Шылтыратһалар, һөйләшеп тормағыҙ, шунда уҡ һүндерегеҙ. МВД, ФСБ, Госуслуги, Центробанк, Финмониторинг хеҙмәткәре тигәнгә ышанмағыҙ. Телефон операторы, инвестиция, табипҡа яҙылыу, коммуналь бурыстар тигән темаларға ла һөйләшмәгеҙ. Аҡсағыҙҙы "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсерергә кәрәк тигәнгә ышанмағыҙ, смс менән телефонығыҙға килгән бер ниндәй ҙә кодты сит-яттарға әйтмәгеҙ.  Интернетта эш тәҡдим иткәндәргә шикләнеп ҡарағыҙ, сайттарҙа әйбер һатып алғанда ла һаҡ булығыҙ. Фәлән-фәлән конкурста ҡатнаша, тауыш бир, приз оттоғоҙ, алырға рөхсәт бир, штраф-һалымың буйынса бурысың бар тип һылтанма ебәрһәләр ҙә, асып ҡарамағыҙ. Сөнки һөйләштереп албырғатып, кешенән бөтә һаҡламын, кредит алдырып, хатта фатирын, машинаһын һаттырып, аҡсаһын билдәһеҙ иҫәпкә күсерткән осраҡтар йыш осрай.

Өлкән йәштәге яҡындарығыҙ менән ошо темаға һөйләшеп тороғоҙ. Былтыр ғына Башҡортостанда 15 мең пенсионер мутлашыусыларҙан зыян күргән, быйыл был һан әлегә - 5600 кеше.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас