Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Июль , 22:00

Туристар тейәгән машина ағып киткән...

 Был хәл Салауат районында булған.

Туристар тейәгән машина ағып киткән...
Туристар тейәгән машина ағып киткән...

Һуңғы көндәрҙәге ҡойма ямғырҙар бәләкәй йылғаларҙың да ташыуына алып килде. Республиканың күп район ауылдарында юлдар ябылды, күперҙәр емерелде, ауыл халҡының сәскән картуф, йәшелсә баҡсалары һыу менән ҡуша йыуылды. 

Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе сигендә, Һикеяҙтамаҡ ауылы янында ла күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Туристар Һикеяҙ йылғаһы аша сыҡанда "УАЗ-Буханка" машинаһы ағып киткән. Ярай әле уны арҡан менән ағасҡа эләктереп, көскә сығарып алғандар.

Көн торошо насар булғанда туристарға сәйәхәткә сыҡмай торорға кәрәк булған да бит... Тик ни эшләйһең, тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килеп булмай шул...

Фото: Телеграмдан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: