Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Силәбе өлкәһе биләмәһендәге ике һыуһаҡлағыстарҙы асыу һәм көслө ямғырҙар арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелде.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 2 июлдә Йүрүҙән һәм Әй йылғаларында һыу күтәрелеүе көтөлә һәм был үҫеш һаҡланасаҡ. Иртәгә, 3 июлдә, йылғаларҙа һыу кимәле яйлап ҡайта башлар, тип фаразлана.
Салауат районының Сулпан ҡасабаһында 15 кеше, шул иҫәптән дүрт бала йәшәгән 23 йорт яны биләмәһен һыу баҫыуы ихтимал, ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына күсеүҙән бөтәһе лә баш тартҡан.
Йүрүҙән йылғаһының ағымдағы кимәле 450 сантиметр тәшкил итә, әгәр уның кимәле 470 сантиметрға етһә, һыу баҫасаҡ.
Мәсетле районы Аҙанғол ҡасабаһында дүрт кеше йәшәгән ике йорт яны участкаһын һыу баҫыр тип көтөлә, улар ҙа ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына барыуҙан баш тартҡан.
Әй йылғаһының ағымдағы кимәле 282 сантиметр тәшкил итә, әгәр ул 325 сантиметрға етһә, һыу баҫасаҡ.
Мәсетле районының Иҫке Мишәр ҡасабаһында биш йорт яны участкаһын һыу баҫыр тип көтөлә. Был йорттарҙа туғыҙ кеше, шул иҫәптән биш бала йәшәй, улар ҙа ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына күсеүҙән баш тартҡан.
Мәсетле районы Сөләймән ҡасабаһы эсендәге автомобиль юлының бер арауығын һыу баҫыр тип фаразлана.
Ғөмүмән, ике райондың дүрт ауылындағы 28 кеше йәшәгән 30 йорт яны биләмәһен һыу баҫыуы ихтимал, шуларҙың туғыҙында балалар йәшәй. Шулай уҡ юл участкаһын һыу баҫыуы ихтимал. Был хаҡта район хакимиәттәренә һәм халыҡҡа мәғлүмәт еткерелгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 2 июлдә 7.00 сәғәткә ҡарата Салауат районы Малаяҙ ауылындағы Беренсе Май, Көнсығыш һәм Салауат урамдарындағы һыу баҫҡан участкаларынан һыу киткән. Малаяҙ ауылы янында Йүрүҙән йылғаһының кимәле 85 сантиметрға кәмегән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.