Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Июль , 23:45

"Янған сәсемде һүндерә башланым..."

Стәрлетамаҡта газ шартлап, зыян күргән һәм әле йөҙө бинтҡа сорналып, күҙҙәре генә күренеп ятҡан газ хеҙмәткәре дауаханала аңлатма биргән.

"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
"Янған сәсемде һүндерә башланым..."

Торлаҡ йортта газ шартлауы үҙәгендә ҡалған газ хеҙмәткәре тәүге комментарийын биргән. Ғәҙәттән тыш хәл булғандан һуң урындағы дауаханаға оҙатылған авария хеҙмәте хеҙмәткәре хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индергән.

Дауаханала төшөрөлгән видеояҙмала күренеүенсә, ирҙең башы һәм ҡулдары бинт менән сорналған. "Шартлау нимә арҡаһында булғандыр - әйтә алмайым. Мин бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарыным. Шартлағас, артабан барыһы ла минең менән түгел, ә төштәге кеүек булды. Бөтәһе лә зәңгәр-һары төҫтә күренде. Подъезға сыҡтым, башымды һүндерә башланым (күрәһең, сәсенә ут ҡапҡан - Авт.). Мин ҡурҡыуҙан бигерәк бер нәмә лә аңламаным. Хәҙер үҙемде уртаса тоям", - тип һөйләй ул.

Газ туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында шартлаған. Газ хеҙмәткәрҙәре һәм йортта йәшәүселәр зыян күрә. 65 йәшлек ҡатын һәләк була, тағы алты кеше йәрәхәтләнә. Подъезд алдында коляскала ултырған бер йәшлек баланы табиптар тикшергән, ул дауаханаға һалынмаған.

Подъездағы 11 фатирҙа төрлө емереклектәр теркәлгән, өсәүһендә стеналар зыян күргән. 80 кеше эвакуацияланған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йортта йәшәүселәр менән осрашыу уҙғарылған. Торлаҡҡа техник тикшереү үткәрелә.

Фото, мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/mchsrb

Видео: https://vk.com/wall-222687692_4037

"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
"Янған сәсемде һүндерә башланым..."
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: