Хәүефһеҙлек
4 Июль 2024, 11:30

Һаҡ булығыҙ! Кеше алдауҙың яңы ысулын ҡулланалар!

Мутлашыусылар яугирҙәрҙең яҡындарына  сыға

Һаҡ булығыҙ! Кеше алдауҙың яңы ысулын ҡулланалар!Һаҡ булығыҙ! Кеше алдауҙың яңы ысулын ҡулланалар!
Һаҡ булығыҙ! Кеше алдауҙың яңы ысулын ҡулланалар!

Башҡортостанда йәшәүселәр көн һайын тиерлек мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Уларҙың алдау, аҡса талау ысулдары ла киңәйгәндән киңәйә. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙ бик тәжрибәле манипуляторҙар менән эш итәһегеҙ. Улар хис-тойғолар, кешеләрҙе ҡурҡытыу аша үҙҙәренә аҡса күсерергә мәжбүр итә.

Хәҙер улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең туғандарына, яҡындарына тотонған. Туғандары былай ҙа ғәзиздәре өсөн “ут йотоп” йәшәй, махсус хәрби операциянан хәбәрҙәрҙе улар һирәк ала, тура бәйләнештең бөтөнләй булмауы ла мөмкин. Бының менән кеше алдаусылар оҫта файҙалана. Мәҫәлән, яугирҙең туғанына һалдаттың Украина армияһына әсиргә эләгеүе тураһында хәбәр итәләр. Был мәғлүмәтте тикшереү бик ҡатмарлы, ә тиҙ арала башҡарыу мөмкин дә түгел. Ысынында иһә, бер кем дә  әсиргә алынмаған була. Мутлашыусыларға һеҙҙең яҡын кешегеҙҙең махсус хәрби операцияла булыуын белеү генә мөһим. Артабан баҫым дауам итә, булмаған “әсир”ҙең ғүмеренә янай башлайҙар, уларҙың иҫәбенә аҡса күсерелгән осраҡта уны дауаларға, хатта азат итергә вәғәҙәләйҙәр.

Ләкин аҡса күсереү менән улар бәйләнештән юғала.

Был ғына ла түгел, хәрби комиссариатты яндырыу һымаҡ хоҡуҡҡа ҡаршы булған эштәр ҙә талап итеүҙәре мөмкин. Былар барыһы ла мутлашыусыларҙың Украина махсус хеҙмәттәре менән тура бәйләнешен сағылдыра.

Телефон аша һөйләшкәндә бик һаҡ булығығыҙ. Ят номерҙарҙан шылтыратһалар, уларға яуап бирмәгеҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Ниндәйҙер хәбәр алһағыҙ, туғандарығыҙ менән бәйләнешкә сығығыҙ йәки полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға белмәгән аҡса кешегә аҡса күсерергә ярамағанын аңлатығыҙ.

Көн һайын Башҡортостан кешеләре  мутлашыусыларға 10-15 миллион һум аҡса күсерә.   

фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас