Хәүефһеҙлек
4 Июль 2024, 15:00

Төркиәлә Рәсәй туристары аварияға осраған

Автобус кузовының яртыһы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Төркиәлә Рәсәй туристары аварияға осрағанТөркиәлә Рәсәй туристары аварияға осраған
Төркиәлә Рәсәй туристары аварияға осраған

Анталья провинцияһында Рәсәй һәм Белоруссия туристары  автобус менән юл фажиғәһенә осраған.

Аланья отелдәренән Анталья аэропортына илткән автобус бетон бағанаға бәрелгән. Автобус кузовының яртыһы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Бөтә пассажирҙар ҙа бик күп “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаларға оҙатылған.

SHOT мәғлүмәте буйынса, төрөк туристик автобусы водителе дауаханала вафат булған.

Бөтәһе 20 кеше: 16 Рәсәй гражданы һәм дүрт белорус зыян күргән, тип хәбәр итә урындағы киң мәғлүмәт саралары. Зыян күреүселәр араһында балалар ҙа бар.

Туристар араһында Башҡортостан туристары бармы, әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас