Хәүефһеҙлек
7 Июль 2024, 10:00

Улар кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, дуҫы ине...

Көн һайын бер нисә кеше бата... Балалар ҙа хәүеф аҫтында.

Улар кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, дуҫы ине...Улар кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, дуҫы ине...
Улар кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, дуҫы ине...

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында өс кеше батып үлгән, тағы икәүһен ҡотҡарып булған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҫәлән, Өфөләге Максимовка күлендә 18 йәшлек егет батып үлгән. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары уны һыуҙан сығарған. 

Шул уҡ көндө Күмертау карьерында 16 йәшлек үҫмер батып үлгән. Мәрхүмде Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуҙан сығарған.

Благовар районында, Сатра ауылы янында, 45 йәшлек ир батып үлгән. Мәрхүмде һыуҙан шаһиттар сығарған.

Мәсетле районында 4 июлдән Әй йылғаһында эҙләгән 42 йәшлек ир ҙә һыуҙан сығарылған. Ошо хәл буйынса бөтә шарттар асыҡлана. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла, тип билдәләнеләр ведомствола.

Шул уҡ ваҡытта кисә Өфөлә Менделеев урамында Дудкин кисеүендә, Өфө йылғаһының һул ярында һыу инеп йөрөгән кешеләр 12 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған. Ул дауаханаға оҙатылған.

Шулай уҡ шаһиттар Нуриман районының Красный Ключ ауылында Өфө йылғаһынан 67 йәшлек ҡатынды ҡотҡарған.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас