Республика полицияһына мутлашыуҙар тураһында бер тәүлектә 24 хәбәр килгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 5-се полиция бүлегенә Ишембай ҡалаһында йәшәгән 32 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Уға көндөҙ Өфө вуздарының береһенән үҙен проректор тип танытҡан кеше уны экстремистик эшмәкәрлекте финанслауҙа ғәйепләүҙәрен белдерә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеүен һорай. Аҙаҡ бер-бер артлы “ФСБ хеҙмәткәрҙәре” шылтырата башлай. Уларҙың әйтеүенсә, йәнәһе, “мәғлүмәттәрҙе таратҡандар һәм уның исеменә кредит алырға теләйҙәр”. Средстволарҙы урламаһындар өсөн аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсереүҙе тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә ир бер миллион 800 мең һум аҡаһын аферистарға күсерә.
Тағы ла бер 61 йәшлек ҡатын Өфөләге 3-сө полиция бүлегенә уны алдауҙары тураһында хәбәр итә. Билдәһеҙ кеше, үҙен элемтә хеҙмәткәре итеп танытып, ашығыс рәүештә сим-карта срогын ситтән тороп оҙайтырға ҡуша. Мутлыҡ йәтмәһенә эләккән ҡатын код номерын алғас та уны аферистарға хәбәр итә.
Өҫтәүенә кодты сит кешеләргә хәбәр итергә ярамауы, юғиһә аҡсаңды урлау ихтималлығы тураһында иҫкәртәләр. Мутлашыусылар ҡатынды аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” һалырға күндерә. ШулАй итеп, аферистар 500 мең һумға байый.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы уяу булырға саҡыра. Аҡсағыҙҙы таныш булмаған иҫәпкә күсермәгеҙ! Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла карта мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм мәсьәләне телефон буйынса хәл итмәйәсәк. Таныш булмаған номерҙан шылтыратып, “һеҙҙең өсөн кредит аларға теләйҙәр”, тип хәбәр итһәләр, телефонығыҙҙы һүндерегеҙ.