Хәүефһеҙлек
7 Июль 2024, 14:00

Йөҙөнсө көн Дамирҙың ата-әсәһе йоҡлай алмай...

58 көн тигәндә Павел табылғайны.

Йөҙөнсө көн Дамирҙың ата-әсәһе йоҡлай алмай...Йөҙөнсө көн Дамирҙың ата-әсәһе йоҡлай алмай...
Йөҙөнсө көн Дамирҙың ата-әсәһе йоҡлай алмай...

Бөгөн – 30 мартта дуҫы менән бергә юғалған 14 йәшлек малайҙы эҙләүҙең 100-сө көнө. Павел Паличевты 26 майҙа Еңеү паркында Дежнев баҫҡысы янында эҙләүҙең 58-се көнөндә тапҡайнылар. Дамир Әҙеһәмовты эҙләү дауам итә.

Бөгөн Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары катерҙа Ағиҙел йылғаһының 64 километрлыҡ акваторияһын һәм яр буйын тикшерҙе. Үкенескә күрә, һөҙөмтәһеҙ.

Малайҙар йылға буйында марттың һуңғы көндәрендә ғәйеп булғайны. Уларҙы полиция, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Малайҙар Ағиҙел буйында юғалғас, эҙләү ҙә һыуҙан башҡарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эҙләү Дамирҙы тапҡансы туҡтатылмаясаҡ.

Фото: Лиза Алерт. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас