Хәүефһеҙлек
8 Июль 2024, 17:30

Курьер ҡыҙ үҙе ҡотҡара

Бер үк схема буйынса алдайҙар...

Курьер ҡыҙ үҙе ҡотҡараКурьер ҡыҙ үҙе ҡотҡара
Курьер ҡыҙ үҙе ҡотҡара

Нефтекамала йәшәгән 85 йәшлек пенсионер ҡатынды «туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыны» схемаһы буйынса алдағандар.

Ҡурҡып ҡалған оло кеше ҡыҙына бәләнән ҡотолоу өсөн 110 мең һум аҡса йыя. Ҡарсыҡтан был аҡсаны 20 йәшлек студент ҡыҙ ала -  был шикле өҫтәмә эште ул интернет аша таба.

Пенсионерҙың ныҡ борсолоуын күреп, курьер шикләнә төшә һәм «эш биреүселәргә» аҡса күсермәй, ә полицияға барып, хәл-ваҡиға тураһында бөтәһен дә һөйләп бирә.

Аҡсаны кире ҡайтарыуҙа ярҙам иткәне өсөн йәш ҡыҙға рәхмәт хаты тапшырылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/proishestviya/2024-07-08/v-neftekamske-devushka-kurier-pomogla-sohranit-dengi-starushke-kotoruyu-obmanuli-moshenniki-3839539

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас