Хәүефһеҙлек
8 Июль 2024, 12:00

Меҫкендең башы ғына күренеп тора...

Был ҡурҡыныс хәл Бөрйәндә булған. 

Меҫкендең башы ғына күренеп тора...Меҫкендең башы ғына күренеп тора...
Меҫкендең башы ғына күренеп тора...

Интернетта ҡоҙоҡтан башы ғына күренеп торған меҫкен аттың фотоһы таралды. Был хәл кисә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында булған. Ауыл буйлап йөрөгән ат ҡоҙоҡ ҡапҡасына баҫҡас, тегеһе әйләнеп китеп, малҡай унда ҡолап төшкән.

Хайуанды ҡотҡарыр өсөн ауыл кешеләре йыйылған. Ете ир-ат уны бәйләгән һәм һөйрәп сығарған. Хәбәр ителеүенсә, ат зыян күрмәгән.

Ә бына район хакимиәтенә эш артҡан. Улар ауылдағы ҡоҙоҡтарҙың ҡапҡастарын алмаштырасаҡ. Бөтәһе 30 самаһы ҡапҡас. Соҡорға башҡа аттар ҙа, кешеләр ҙә ҡоламаһын өсөн.

Фото: Телеграм-каналдар. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас