Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июль , 22:05

Юғалған бала үле килеш табылды

Әхирәте күреп торған, тик ҡурҡҡан һәм өйөнә ҡасып ҡайтҡан... 

Юғалған бала үле килеш табылды
Юғалған бала үле килеш табылды

Кискә табан хәүефле яңылыҡтар таралды: Өфө районында 10 йәшлек ҡыҙ бала юғалған.

"БашРегионСпас" эҙәрмәндәр төркөмө хәбәр итеүенсә, Лиза Миловка ауылындағы өйөнән уйнарға тип сығып китә һәм ҡайтмай. Бала ҡыҙғылт-һары топик һәм күк плавкила булған, тинеләр. Борсоуға ҡалған ата-әсә уны шунда уҡ эҙләй башлай, таба алмағас, ирекмәндәргә, аҙаҡ полицияға хәбәр итә.

Һәм, күп тә үтмәй, аяныслы хәбәр таралды: бала табылған, әммә ул үлгән. Лизаны карьерҙан табалар. Күрәһең, ул һыу инергә барған һәм батҡан.

Ҡайһы бер телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай ата-әсәһенән һорамай һыу инергә киткән. Уның менән бергә әхирәте лә булған. Лизаның һыуға инеп, кире сыҡмағанын күргәс, бала ҡурҡҡан һәм өйөнә ҡайтып киткән. Хәл тураһында бер нисә сәғәт үткәс кенә әйткән. Баланың кәүҙәһен һыуҙан водолаздар һөйрәп сығарған.

Йәй балалар өсөн хәүефле миҙгел. Уларҙы иғтибарҙан яҙлыҡтырырға ярамай.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: