Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июль , 23:45

Был тиклем кредитты нисек түләп бөтөрөргә һуң? Уйлауы ла ҡурҡыныс...

Килтерелгән зыян суммаһы яҡынса 2 миллиард һум тәшкил итә

Был тиклем кредитты нисек түләп бөтөрөргә һуң? Уйлауы ла ҡурҡыныс...
Был тиклем кредитты нисек түләп бөтөрөргә һуң? Уйлауы ла ҡурҡыныс...

Көндәлек мәғлүмәттәргә күҙ һалған һайын республика халҡының телефон мутлашыусыларының тағы ла бер нисә миллион һумға алдағанлығы тураһында яңылыҡҡа тап булаһың. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан күрелгән хәүефһеҙлек сараларына ҡарамаҫтан, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр һаны кәмемәй.

Быйыл алты айҙа Башҡортостанда мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын файҙаланып ҡылынған 10801 енәйәт теркәлгән. Килтерелгән зыян суммаһы яҡынса 2 миллиард һум тәшкил итә. Кешеләр йыш ҡына енәйәтселәрҙең теләге буйынса кредит ала, бурысҡа бата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашыусыларҙан бер кем дә яҡланмаған тиерлек.

- Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан хеҙмәттәштәребеҙ менән халыҡты кибер енәйәттәрҙән һаҡлау мәсьәләһен тикшерҙек. Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мәғлүмәт еткереү буйынса әүҙем эш алып барыуҙарын, әммә тәү сиратта кешеләрҙең дә шәхси һаҡланыу сараларын күреүе кәрәклеген һөйләне. Һәр кемдән иғтибарлы булыуығыҙҙы, рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте ҡабаттан тикшереүегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы шикле шылтыратыуҙар тураһында иҫкәртеүегеҙҙе һорайым. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - тип уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Аппараты етәксеһе Максим Забелин.

Кибермутлашыусылар "ауына" эләккәндәрҙең күбеһе банкттарҙан кредит алып тороп, ике-өс миллион һум һәм унан да ҙурыраҡ күләмдә аҡса күсерә. Һандар ҡот осҡос. Аҡсаны алғас, банкка кире ҡайтарырға ла кәрәк бит. Ә был тиклем кредитты нисек түләп бөтөрөргә һуң? Уйлауы ла ҡурҡыныс...

Фото сығанағы: https://t.me/zabelinm/1759

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: