Хәүефһеҙлек
10 Июль 2024, 07:50

Ун йәшлек малай ғәйеп булған

Әйтеүҙәренсә, ул көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә...

Ун йәшлек малай ғәйеп булғанУн йәшлек малай ғәйеп булған
Ун йәшлек малай ғәйеп булған

Өфөлә 10 йәшлек Антон Гончаров хәбәрһеҙ юғалған. “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре мәғлүмәте буйынса, малай 9 июлдә көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә “Простор” сауҙа үҙәге янында булған. Шунан һуң өйөнә ҡайтмаған.

Билдәләре: буйы 146-148 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, ҡыҫҡа, ҡара сәсле, күҙҙәре зәңгәр.

Алһыу лампаслы спорт ҡара костюмын, аҡ табанлы ҡара кеды кейгән.

“Малайҙы күргән кешеләрҙән 112 йәки 8-927-969-89-19 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ”, - тип мөрәжәғәт итте ирекмәндәр.

Фото: “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы” эҙәрмәндәр отряды.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас