Күптән бындай ямғырлы йәй булғаны юҡ ине. Быйыл иһә яуым-төшөм, ташҡын халыҡтың хәлен ала. Бөгөн төндә яуған ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Бөрйән районының Байғаҙы ауылында тоташтырып торған күперҙе лә алып киткән. Ошо хаҡта ауыл халҡы видеояҙма аша хәбәр итә.
– Бөгөн, 10 июлдә, Бөрйән райоының Байғаҙы ауылында аръяҡты тоташтырған күпер аҡты. Кисә көнө буйы көслө итеп, йәшенләп ямғыр яуҙы. Йылға ныҡ ташҡан, ажғырып ята. Күперебеҙ юҡ. Теге яҡта, ана, машина сыға алмай ултыра. Теге ярға сығыу мөмкинлегебеҙ юҡ, Һәүәнәк шул тиклем ташҡан. Һыйыр-һарыҡтар теге яҡҡа сыға торғайны, әле улар ҙа аптырап ҡарап тора. Һыу юл аша ла сыҡҡан, төнө буйы яуҙы. Бына халыҡ ҡарарға сыҡты. Бик насар хәл инде быйылғы эҙемтәләр, – тип һөйләй бер ҡатын.
Мәғлүм булыуынса, Байғаҙының күршеһендәге Яңы Усман ауылында ла Бетерә йылғаһындағы бер күперҙе һыу алып киткән, ә икенсеһен ауыл халҡы ҡотҡарып маташа.
Ташҡын ваҡытында һаҡ булығыҙ, яулыҡты юғалтмағыҙ, балаларҙы һыуға яҡын ебәрмәгеҙ.
Фото: ауылдар чатындағы видеоларҙан скриншот.
Видеояҙма сығанағы: vk.com/burzyandar