Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль , 06:50

Әҙер тороғоҙ!

12, 13 июлдә Башҡортостанда нимә көтөлә?

Әҙер тороғоҙ!
Әҙер тороғоҙ!

Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо хөкөм һөрә.

Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында ҡурҡыныс ҡойондо фотоға төшөрөп алғандар. Бөрйән районында ҡойма ямғырҙар арҡаһында Байғаҙы ауылында автомобиль күпере аҡҡан, 14 йортҡа юл өҙөлгән. Яңы Усманда ла юл һыу эсендә, ике йорт ихатаһына һыу ингән. Әлеге мәлдә йылғаларҙа һыуҙың кәмеүе күҙәтелә.

Белорет районында көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә ике йылғаның һыуы ташып, туристар сыға алмай ҡалған. Элек улар кисеп сыҡмалы ғына ине.

12, 13 июлдә Башҡортостандың күп төбәгендә оҙайлы ямғырҙар фаразлана. Урыны менән йәшен йәшнәй, ҡойма ямғыр, көслө киҫкен елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе күҙаллана. Таулы һәм көньяҡ райондарҙа тағы йылғаларҙың күтәрелеүе тураһында иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Әҙер тороғоҙ!
Әҙер тороғоҙ!
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: