Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль , 09:50

"Ҡыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ"

Банкта клиентҡа ни өсөн аҡса бирмәгәндәр?

"Ҡыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ"
"Ҡыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ"

Өфөлә 26 йәшлек ҡатынды банк хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәтенән һуң полицияға ебәргәндәр.

Финанс белгестәре клиенттың мутлашыусылар баҫымы аҫтында эш итеүен аңғарып ҡала. Быға тиклем ул 700 мең һумдан ашыу аҡсаһын билдәһеҙ кешеләргә күсереп өлгөрә. Әле ҡыҙ кредит һорап Октябрь проспектында урынлашҡан банк бүлексәһенә килгән була. Тупланған аҡсаны тотоноу сәбәбе бөтөнләй башҡаса тип фаразлап, финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре полицияға хәбәр итә.

Процесс барышында шул асыҡлана: ҡатынға мобиль компания хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, килешеүҙең мөҙҙәте тамамланыуын белдерә. Һуңынан уның менән башҡа «белгестәр» бәйләнешкә сыға һәм мутлашыусыларҙың уның йыйған аҡсаһына хужа булырға тырышыуы тураһында хәбәр итә. Уға аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсереп торорға тәҡдим итәләр. Ҡыҙ онлайн режимда операциялар үткәргән. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, ул банкка кредит һорап мөрәжәғәт итергә килә.

Полицияға шылтыратҡан уяу банк хеҙмәткәрҙәре уны артабанғы яңылыш ғәмәлдәрҙән һаҡларға ярҙам иткән.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ошо факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Өфө ҡалаһы буынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, Эске хеҙмәт полковнигы Владислав Тарунов финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Денис Желнов һәм Любовь Шайморатоваға Өфө ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Виталий Дудкоға әүҙем тормош позицияһы, уяулығы һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһындағы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: