Хәүефһеҙлек
13 Июль 2024, 18:45

Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай

Хәл контролдә тотола. Шулай ҙа хәүеф тыуғанда, нимә эшләргә? Уҡығыҙ:  

Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янайЙорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондарында дамбалар эргәһендә дежур итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районында көслө ямғыр яуыуы сәбәпле, Бетерә ауылындағы быуаның һыу кимәле күтәрелә, артабан дамба аша һыу аға. Һыу баҫыу хәүефе юҡ.

Йылайыр районында урындағы Кананикольск ауылы быуаһында һыу кимәле күтәрелә, артабан дамба өлөшләтә йыуыла. Һыу баҫыу хәүефе юҡ. Дамбалар йыуылған осраҡта һыу баҫыуға Бөрйән районының Яңы Усман ауылында ете йорт, Йылайыр районының Кананикольск ауылында биш йорт һәм Бөрйән районының Әтек ауылында 10 йорт яны биләмәһе эләгеүе ихтимал. Социаль әһәмиәтле объекттарҙы һыу баҫыу хәүефе янамай. Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе базаһында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй.

Хәл контролдә тотола.

Әгәр һеҙҙең өйөгөҙҙө һыу баҫыу хәүефе янай икән, ул саҡта:

* Газ, электр һәм һыуҙы һүндерегеҙ.

* Янған мейестәрҙәге утты һүндерегеҙ.

* Ҡиммәтле әйберҙәрҙе һәм мебелде өҫкө ҡаттарға йәки өй ҡыйығы аҫтына күсерергә кәрәк.

* Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ябығыҙ.

* Йорт хайуандарҙы бинанан сығарырға, ә эттәрҙе бәйҙән ысҡындырырға кәрәк.

* Баҙҙан һыуҙан боҙолорға мөмкин булған бөтә нәмәне алып сығығыҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығынан.

Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас