Хәүефһеҙлек
14 Июль 2024, 09:15

Башҡортостанда йәшәүселәр алданыуын дауам итә  

Өфөлә һәм Ишембайҙа йәшәгән ике ҡатын-ҡыҙ ғына мутлашыусыларға дөйөм алғанда 14 миллион һум самаһы аҡса ебәргән!

Башҡортостанда йәшәүселәр алданыуын дауам итәБашҡортостанда йәшәүселәр алданыуын дауам итә
Башҡортостанда йәшәүселәр алданыуын дауам итә  

Өфөнән 45 йәшлек ҡатын быйыл июнь башында популяр мессенджерҙар аша билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡан, улар үҙҙәрен инвестиция компанияһы менеджерҙары тип таныштырған һәм уға финанс хәлен яҡшыртырға тәҡдим иткән. Июнь башынан 11 июлгә тиклем ҡатын үҙенең тупланмаларын, ә һуңыраҡ кредит аҡсаһын күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Дөйөм алғанда,  мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса -  шуларҙың 5 миллиондан ашыуы шәхси, 4 миллиондан ашыуы кредит аҡсаһы - күсерә. Ҡатын, килем алыуға өмөт өҙгәс, полицияға мөрәжәғәт итергә була.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ошондай уҡ хәл Ишембай ҡалаһында ла була. 68 йәшлек пенсионерка ла билдәһеҙ кешегә ышанып, ул күрһәткән ҡушымтаны үҙенә урынлаштыра һәм бер ай дауамында аҡсаһын «инвестициялай». Һөҙөмтәлә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелә, шуларҙың 400 меңе – кредит, ә 3 миллион 800 меңе - заем.

Был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенең тәфтиш подразделениеһы тарафынан РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә!

Уяу булығыҙ! Әгәр һеҙгә законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдиме буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсереүҙә уяулыҡ һаҡлағыҙ, тикшерелгән сайттарҙан ғына файҙаланығыҙ.

БР буйынса Эске эштәрминистрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас