Хәүефһеҙлек
15 Июль 2024, 02:50

Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә

Тағы өс лагерҙағы балаларҙы эвакуациялауҙары ихтимал.

Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәреләХәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә

Ҡойма ямғырҙар сәбәпле Мәләүез районындағы Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарын асырға мәжбүр булғандар. Ошо хәлгә бәйле Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле күтәрелә.

Йылға янында өс балалар лагеры бар: “Дуҫлыҡ”, “Йәшел имәндәр” һәм “Тау шаңдауы". Иҫкәртеү саралары, һыу баҫыу ихтималлығы булған урындағы хәлде күҙәтеү маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, Мәләүез районы хакимиәте вәкилдәре дежурлыҡ итә. Кәрәк булғанда балаларҙы эвакуациялау өсөн автобустар һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Хәүеф юҡ, тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Шулай уҡ Баш идаралыҡтың 50 кешенән торған 11 янғын-ҡотҡарыу отрядының йыйылма мобиль отряды әҙерлектә тора, уларҙа махсус техника, кәмәләр, ҡотҡарыу жилеттары бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләүен дауам итә. Хәл контролдә тотола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән ямғыр яуыуы сәбәпле Белорет районының Яңы Абҙаҡ ауылы эргәһендәге Кесе Ҡыҙыл йылғаһында һыу кимәле күтәрелде, ҡунаҡхана комплекстарының ихата биләмәләрен һәм өс урамдағы шәхси йорттарҙы һыу баҫҡан. 150 кеше өйҙәрен ташлап китә, тағы 17 бала йорттарҙың береһендә ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Белорет районы хакимиәте көсө менән балалар автобуста эвакуацияланып, ата-әсәләренә тапшырыла. Зыян күреүселәр юҡ. Һыу кимәле яйлап кәмей. Башҡортостан биләмәһендә һыу кимәле күтәрелеүгә бәйле хәл Баш идаралыҡтың даими контролендә ҡала.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Хәл киҫкен: Ағиҙелдә һыу кимәле күтәрелә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас