Хәүефһеҙлек
16 Июль 2024, 15:45

Кемдәрҙер аҡсаңды алырға маташа...

тип башлаһалар...

Кемдәрҙер аҡсаңды алырға маташа...Кемдәрҙер аҡсаңды алырға маташа...
Кемдәрҙер аҡсаңды алырға маташа...

Ошо 24 сәғәт эсендә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеп утыҙҙан ашыу кеше шылтыратҡан.

Кисә мөрәжәғәт итеүселәр араһында Өфөнән 39 йәшлек ҡатын булған. Уға билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра. Банкта ятҡан аҡсаһына һөжүм итеүҙәрен, кемдәрҙер аҡсаны алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Мутлашыусылар аҡсаны ала алмаһын өсөн, уларҙы икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында әйтәләр.

Ҡатын ышанып, аҡсаһын икенсе иҫәптәргә күсерә. Тик һуңынан алданыуын аңлап ҡала ла хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.  Шулай ҙа алты миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсереп өлгөрә.

51 йәшлек ҡатынға иһә йәнәһе телефон һандарын дөрөҫләү маҡсаты менән банк һәм Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итә. Дәүләт хеҙмәттәренә килгән кодты дөрөҫләтеп инәләр һәм банк иҫәбенә күсәләр. Тап улар банк иҫәбендә ятҡан бер миллион һум аҡсаны үҙләштерәләр.
Был осраҡтар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр идаралығы республика халҡын иғтибарлы булырға саҡыра. Финанс операцияларҙы бары банкта ғына эшләгеҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Әгәр мутлашыусылар тоҙағына эләктем тип уйлаһағыҙ, туғандарығыҙға йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратығыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға иһә сит номерҙарҙан шылтыратҡан кешеләр менән һөйләшмәҫкә, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа кәрәклеген аңғартығыҙ.

Фото: https://t.me/mvd_rb/11874

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас