Хәүефһеҙлек
16 Июль 2024, 07:00

Мышы үлгән, водитель - реанимацияла

”Audi” автомобиле сәғәтенә 200 километр тиҙлек менән хәрәкәт иткән, тиҙәр...

Мышы үлгән, водитель - реанимациялаМышы үлгән, водитель - реанимацияла
Мышы үлгән, водитель - реанимацияла

Сәғәтенә 200 километр тиҙлектә елдергән ”Audi” автомобиле Өфө — Яңауыл юлында мышыны бәрҙерә. Мышы үлгән. Водитель ауыр йәрәхәттәр менән реанимацияға эләгә.

Мәғлүм булыуынса, йыл башынан республика юлдарында ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50-нән ашыу авария теркәлгән.

Ҡоралай һәм мышы автомобилдән йыш тапала, ҡабандар һирәгерәк эләгә, тип белдерҙеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Шуға ла ведомство хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе юлдарҙа, айырыуса киске һәм төнгө ваҡытта иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра.

Ҡырағай хайуандарҙың үҙҙәрен нисек тоторо билдәһеҙ. Шуға күрә лә водителдәргә ваҡытында тиҙлекте кәметеү һәм туҡтау мөмкинлеге булһын өсөн хәүефһеҙ тиҙлек режимын теүәл үтәргә кәрәк. Айырыуса “Ҡырағай хайуандар” юл билдәһе ҡуйылған урындарҙа иғтибарлы булырға, бындай участкаларҙы түбән тиҙлектә үтергә кәңәш ителә.

Ҡырағай хайуандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын автотранспорт инспекторҙары һәм Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре теркәргә, рәсмиләштерергә тейеш. Әгәр автомобиль хужаһының автомобилгә автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы (ОСАГО) булһа, килтерелгән зыянды ҡаплауҙан ҡотолорға мөмкин. Был осраҡта түләүҙе страховка компанияһы башҡара.

Юл-транспорт ваҡиғаһы булған ерҙә бәрҙергән йәнлеккә яҡын барырға ла, шулай уҡ юл фажиғәһе урынын ҡалдырырға ярамай. Был водителгә 1,5 йылға тиклем автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу менән янай.

Әгәр һеҙ ҡырағай хайуандар менән юл-транспорт ваҡиғаһына осраһағыҙ, булған хәл тураһында 112 йәки 8 (347) 218-04-30 телефон номерҙары буйынса хәбәр итегеҙ (Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур хеҙмәткәре).

vk.com/wtf_rb

Мышы үлгән, водитель - реанимацияла
Мышы үлгән, водитель - реанимацияла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас