Хәүефһеҙлек
17 Июль 2024, 06:00

17 йәшлек ҡыҙҙы әрәм иткән

Был авария һөҙөмтәһендә күпме яҙмыштар селпәрәмә килде...

17 йәшлек ҡыҙҙы әрәм иткән17 йәшлек ҡыҙҙы әрәм иткән
17 йәшлек ҡыҙҙы әрәм иткән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, кисә кис Мәләүез районының Дарьино ауылында фажиғәле хәл теркәлгән. 16 йәшлек үҫмер “Motoland XR 250” мотоциклында ауылдың Үҙәк урамында өс йәйәүлене бәрҙергән.

 Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 17 йәшлек ҡыҙ медицина учреждениеһында вафат булған, ике йәйәүле һәм мотоцикл водителе дауаханаға оҙатылған. Зыян күргәндәрҙең береһе - дүрт айлыҡ бала. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.

Мототранспорт үҫмерҙәр өсөн хәүеф сығанағы булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр ошо хаҡта ныҡлап уйламайынса балаларына ошо техниканы алып бирә. Хәҙер ауылдарҙа ла бәләкәй балалар ҙа мототранспортта елдерә.

Мәләүездә булған фажиғә һирәк осраҡ түгел, үҫмерҙәр һәм балалар мототранспортта аварияға йыш осрай, ә эҙемтәләре ҡот осҡос - күҙ терәп торған балаларыбыҙҙы юғалтабыҙ. Шуға ла уйланығыҙ, ата-әсәләр! Балағыҙҙың хәүефһеҙлеге һеҙҙең ҡулда. Был авария һөҙөмтәһендә күпме яҙмыштар селпәрәмә килде...

Фото: https://t.me/bash_gibdd/6297

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас