Хәүефһеҙлек
17 Июль 2024, 07:00

Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр

Тыйылған урындарҙа һәм эскән килеш һыу инмәгеҙ.

Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәрСаҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы ярына үҙе йөҙөп сыға алмаған иргә ярҙам кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте һәм полиция бара. Шулай уҡ Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусы кәмә менән ярҙам итә.

Баҡтиһәң, 22 йәшлек ике егет йылға аша ағымға ҡаршы йөҙөргә ҡарар итә, уларҙың береһе йөҙөп сыға, ә икенсеһен ағым ҡотҡарыу вышкаһы яғына алып китә. Шул саҡта алдан ярға сыҡҡан егет дуҫының һыуҙан үҙаллы сыға алмауын аңлап, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.

Ағиҙел йылғаһының кимәле күтәрелеү сәбәпле, был урында һыу инеү тыйылған. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар егеткә ярҙамға килеп өлгөрә, уны табиптар ҙа ҡарай, хәле тотороҡло, дауаханаға һалыу талап ителмәгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ир эскән булған тигән фараз да бар.

Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ:

*махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ

*һыуға иҫерек килеш төшмәгеҙ. Алкоголь ҡул һәм аяҡ хәрәкәттәрен тотҡарлай, тын алыу тиҙлеген кәметә, кеше тиҙ генә хәлһеҙләнә.

Ҡотҡарыусыларҙы саҡырыу телефоны – 112

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Саҡ ҡотҡарып өлгөргәндәр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас