16 июлдә төнгә ҡарай Бәләбәйҙән 19 йәшлек егет эштән һуң өйөнә ҡайтып барғанда Мәскәү урамдарының береһе аша йүгереп сығырға була. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ваҡытта шәп тиҙлектә мотоциклист килеп сыға һәм егетте бәрҙерә.
Андрей Г. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте килгәнгә тиклем һәләк була. Мотоциклист төрлө йәрәхәттәр ала. Билдәле булыуынса, егет күп балалы ғаиләлә иң кесеһе була. Уның әсәһе Бәләбәйҙа заводта эшләй. Әлегә битараф булмағандар Мәскәүҙән егеттең кәүҙән алып ҡайтыр өсөн һәм ерләүгә аҡса йыя...
Фото: БашДТП.