17 июлдә Шаран районының Наратаҫты ауылы эргәһендәге Шаран һыу һаҡлағысында бәлиғ булмаған өс малай – 17 йәшлек Данил Тураев, 16 йәшлек Максим Грищук менән Айҙар Хәбиров – 49 йәшлек ирҙе ҡотҡарған.
Егеттәр һыу һаҡлағыс эргәһендә ял иткән һәм һуҡмыш ирҙең һыу инеүен, ҡапыл күҙ алдынан юғалыуын күреп ҡалған. Улар, оҙаҡ уйлап тормай, уны эҙләй башлай. Айҙар ирҙең кейемен һыу төбөнән тартып ала һәм дуҫтарына тапшыра. Данил менән Максим уны ярға сығара, әммә ирҙең хәле ауыр була. Данил яһалма тын алдырыу эшләй, ә Максим 112 телефоны буйынса “Ашығыс ярҙам” саҡыра.
Данил – Туймазы юридик колледжының I курс студенты, Максим менән Айҙар – 9-сы класс уҡыусылары. Уларҙың барыһы ла Наратаҫты дөйөм белем биреү мәктәбенән.
Егеттәр әйтеүенсә, ОБЖ (хәүефһеҙлек һәм йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре) дәрестәрендә уҡытыусылары Марсель Ғиниәтуллиндың белем биреүе ярҙам иткән.
Тимур Тураев, Данилдың атаһы:
- Данил - баҫалҡы малай. Ҡасан кемдер ярҙам һорай икән, юҡ, тип тормай. Тағы ул асыҡ, изге күңелле. Был хәл тураһында ишеткәс, аптырап киттем. Малайҙар ике метр тәрәнлектән ҡурҡмаған. Уларҙың был ғәмәлен батырлыҡ тип һанайым. Аҙаҡ үҙенән "Нисек ҡурҡманығыҙ?" тип һорағас: "Хәүеф-хәтәр тураһында уйламаныҡ, кеше ғүмерен ҡотҡарырға ынтылдыҡ", - тип яуап бирҙе.
Фотолар: Тимур Тураев.