+21 °С
Болотло
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, 18 июлдә көндөҙ Октябрьский ҡалаһын урап үтеү юлында, "Черемушка" баҡса ширҡәте янында, 49 йәшлек урындағы кеше һәләк булған. Ул “Лада Приора” рулендә ҡырсынташ юлында идараны юғалтып, ситкә ауҙарылған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Хөрмәтле дуҫтар, үҙегеҙҙе һәм яҡындырығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, юғары тиҙлектә хәрәкәт итмәгеҙ!
Фото: Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.