Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июль , 08:50

"Һәләк булған ҡыҙҙың атаһына 100 мең һум күсергән, әммә..."

17 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Өс айлыҡ бәпес комала.

"Һәләк булған ҡыҙҙың атаһына 100 мең һум күсергән, әммә..."
"Һәләк булған ҡыҙҙың атаһына 100 мең һум күсергән, әммә..."

Ошо көндәрҙә Мәләүез районының Дарьино ауылында фажиғәле хәл булды – мотоциклдан тапалып 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булды. Тағы өс кеше, шул иҫәптән өс айлыҡ бәпес ауыр йәрәхәттәр алды һәм әле дауаханала.

Авария 16 июлдә кис менән була. 17 йәшлек Катя (исеме үҙгәртелгән) 20 йәшлек туғаны һәм әхирәте менән йөрөргә сығы. Әхирәте ҡулында өс айлыҡ бәпесе лә була. Улар юлдың ситенән китеп барған саҡта ҡапыл өҫтәренә Motoland XR 250 мотоциклы килеп менә. Уның рулендә - 16 йәшлек үҫмер. Бәрелеш бик көслө була – кешеләр төрлө яҡҡа һибелә. Әлегә аварияның ни сәбәпле килеп сығыуы билдәле түгел. Водителдең алкоголгә алынған анализы әҙер түгел, шулай ҙа шаһиттар әйтеүенсә, ул иҫерек булғанға оҡшамаған.

– Бәрелеш башлыса Катяға тура килә. Ул юлдың икенсе яғына осоп китә. Ә ғәйепле кеше бәрелештән һуң торған да киткән, – тигән ҡыҙҙың туғандары “КП-Өфө” баҫмаһына.

Ашығыс ярҙам килгән саҡта ҡыҙ тере була. Уны дауаханаға алып баралар, тик йәрәхәттәре бик ауыр була һәм Катя реанимацияла йән бирә. Ҡалған кешеләрҙең дә йәрәхәттәре ауыр, улар әле дауаханала. Сабый ауыр хәлдә, уны комала тиҙәр. Бәпесте санавиация вертолеты менән Мәләүез дауаханаһынан Өфөгә күсергәндәр.

– Улар менән булған егет тә тәүҙә комаға китә, тик табиптар уны үҙенә килт ереүгә өлгәшә. Әйтеүҙәренсә, уның талағын ҡырҡып алғандар, – тигән әңгәмәсе.

Рулдә булған үҫмергә килгәндә, уның ғүмеренә бер нәмә лә янамай.

Һәләк булған Екатеринаның туғандары һәм дуҫтары әйтеүенсә, ул кадет корпусында белем алған һәм полицияла эшләргә хыялланған. Уны барыһы ла ыңғай баһалай: аҡыллы, һылыу, етди, яуаплы һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Уның һөйгәне ҡалған – ул социаль селтәрҙә бергә төшкән фотоларын баҫтырған. Әле тәрән ҡайғыға батҡан егет Катяның башҡа иҫән булмауына ышанып бөтә алмай.

Мотоцикл рулендә 16 йәшлек Сергей И. ултырған (исеме үҙгәртелде). Егет социаль йәһәттән яҡшы тәьмин ителгән имен ғаиләлә тәрбиәләнә. Быйыл урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлай, ә былтыр тәүгә ике тәгәрмәсле транспорт руле артына ултыра. Сергей социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йыш ҡына ауыл тәбиғәте фонында үҙ мотоциклының фотоларын ҡуйған. Әлегә үҫмер Өфөлә тикшереү үтә. Әйткәндәй, юл-транспорт фажиғәһе тураһында йәмәғәтселеккә билдәле булғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс, ул үҙенең сәхифәһен юйған.

Яҡындары, туғандары һәм хатта таныш булмаған кешеләр 17 генә йәшлек ҡыҙҙың ғүмере шулай иртә өҙөлөүенә ныҡ ҡайғыра.

– Тыныс йоҡла, бәләкәсебеҙ. Бала ғына бит ул, был тормошто күреп тә өлгөрмәне. Йәшәргә лә йәшәргә ине уға, – тигән уның туғандары.

Ҡыҙҙың туғандары ғәйепле үҫмер язанан ҡасыр тип хәүефләнә.

– Иң мөһиме - уға яза бирелһен ине. Әммә бөтә ауыл бер тауыштан, язанан ҡасыр, ата-әсәһе берәй нәмә эшләр ти. Әле лә ғәфү үтенмәйенсә, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, уның ата-әсәһе һәләк булған ҡыҙҙың атаһының картаһына 100 мең һум аҡса күсергән. Катяның атаһы барыһын да тиненә тиклем ҡайтарып бирҙе. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, мотоциклсының ата-әсәһе ауылдан сығып киткән, улар өйҙә юҡ. Әле улдары менән бергәләрҙер, моғайын, – тип һөйләй Катяның туғаны.

Катяның туғандары хәүефләнеүенә ҡарамаҫтан, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кеше язанан ҡотола алмаҫ, моғайын. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты уға ҡаршы үлемесле аварияға килтереп, водитель таныҡлығы булмаған килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

– Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү эштәре ойошторола, – тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетынан.

Аварияны тикшереүҙе ведомствоның үҙәк аппаратында ла контролгә алдылар: Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин төбәк идаралығы етәксеһенән эш барышы тураһында доклад талап итте. Ваҡиға буйынса тикшереүҙе республика прокуратураһы ла уҙғара.

- Прокуратура бәлиғ булмағандар тураһында закондарҙың үтәлешен тикшерәсәк, ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын тейешенсә үтәүҙәренә баһа бирәсәк. Нигеҙ булған осраҡта, прокурор ярҙамы сараларын күреү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк, – тип хәбәр иттеләр хоҡуҡ һаҡлау органынан.

Фото: КП-Өфө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: