Хәүефһеҙлек
22 Июль 2024, 14:00

Дүрт кеше үлгән

9 йәшлек баланы һаман эҙләйҙәр...

Дүрт кеше үлгәнДүрт кеше үлгән
Дүрт кеше үлгән

Уҙған ял көндәрендә республика һыу ятҡылыҡтарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш кеше – дүрт ир-егет һәм бер 9 йәшлек бала һәләк булған, уны әле лә водолаздар эҙләй.

Бөтә батып үлгән кешеләр тыйыу билдәләре ҡуйылған йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән. Батып үлгән ир-егеттәрҙең йәше - 60-70 араһы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыуға инер алдынан улар эскән булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә:

- Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ, унда һыу аҫты водолаздар тарафынан тикшерелгән һәм ҡотҡарыусылар дежурҙа тора.

- Таныш булмаған ерҙәрҙә һыу инмәгеҙ, ҡалҡыуыстан ары китмәгеҙ. Аҫта арматура һәм башҡа әйберҙәр булыуы ихтимал.

- Эскән килеш һыуға инмәгеҙ.

- Балаларҙы яр буйында йәки һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

- Әгәр кемдеңдер бәләгә тарығанын күрһәгеҙ, ярҙам итегеҙ, шул уҡ ваҡытта көсөгөҙҙө самалағыҙ.

Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылыҡ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас