Хәүефһеҙлек
23 Июль 2024, 14:00

Ҡалын боҙборсаҡ яуып һалған

Тәбиғәт һынауҙары алдында кеше лә көсһөҙ шул. Иларһың да, аптырарһың да...

Ҡалын боҙборсаҡ яуып һалғанҠалын боҙборсаҡ яуып һалған
Ҡалын боҙборсаҡ яуып һалған

Илеш районы Оло Ялан ауылы халҡы әйтеүенсә, эре боҙборсаҡтар бер нисә минут эсендә үләнде ҡаплаған.

Йәшендән һуң ауыл халҡы баҡсаны һәм үҙ машиналарын тикшерергә ашыға. Ҡарап, һүҙһеҙ ҡала улар: теплица-ҡоймалар ватылған, машина тәҙрәләре пыран-зыран килгән, йәшелсәләр тик ҡоро һабаҡта ултырып ҡалған, картуф баҡсаһы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Тәбиғәт һынауҙары алдында кеше лә көсһөҙ шул. Иларһың да, аптырарһың да...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәүефле һауа торошо бөгөнгә, 23 июлгә тиклем һаҡланасаҡ. Республика халҡын урамда һаҡ булырға саҡыралар.

Фото: телеграмдан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас