Кешенең бер нисә метр алыҫлыҡта ғына батыуы, ә һеҙҙең уны күрмәүегеҙ ихтимал. Нисек шулай булыуы мөмкин, тип аптыраусыларға Өфө фән һәм технологиялар университетының вуз-ара студенттар кампусының вуз-резиденты эксперты Алексей Елизарьев яуап бирә.
– Ысынбарлыҡта кешеләр кинола күрһәткәндәгесә батмай, беҙҙең күбебеҙ был күңелһеҙ хәлде шулай күҙ алдына килтерә. Батып барыусы кеше ҡысҡырмай ҙа, ҡулдарын да болғамай, һыу ҙа сәсрәтмәй. Был хәлде “батып барыусының инстинкт реакцияһы” тип атарға була. Ул ҡалҡыуыс һымаҡ берсә башы менән һыуға сума, берсә яңынан ҡалҡып сыға, ә һауа һулау өсөн, ҡулдарын киң йәйеп, тәнен вертикаль рәүештә тота.
Бындай хәлдә ярҙамға саҡырыу физик яҡтан мөмкин түгел. Шуға күрә ситтән күҙәтеүсенең батыусыны абайламауы ихтимал. Бары бындай ваҡиғалар менән яҡшы таныш әҙерлекле ҡотҡарыусылар ғына ярҙам күрһәтә аласаҡ. Беҙҙең студенттарыбыҙҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре тап шуға өйрәтә лә инде, – тип һөйләне эксперт.
– Яр буйында ике ҙур проблема бар: береһе – иҫерек өлкәндәр, икенсеһе – балалар. Йәй башынан алып ҡына республикала 50 кеше батты, күпселеге тап алда әйтелгән категориянан. Шуға күрә эскән көйө йөҙөргә ярамай, координация боҙолоуы һәм кинәт һалҡын һыуға төшөү күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Айырыуса балаларға иғтибарлы булығыҙ, бер минутҡа ла күҙ яҙҙырмағыҙ. Бары махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә тәҡдим итәм, сөнки рәсми пляждарҙың яры һәм һыу төбө таштарҙан, ағас ботаҡтарынан таҙартыла, бында һәр саҡ ҡотҡарыусылар ярҙамға әҙер тора. Быйыл Өфөлә йыһазландырылған 10 пляж асылды, – тип белдерҙе Алексей Елизарьев.
Эксперт таныш булмаған ерҙә суммаҫҡа, яҡынлашҡан судно, катер, кәмә һәм һалдарға яҡын килмәҫкә, улар янында суммаҫҡа кәңәш бирә. Һыуҙағы шаятыуҙарҙың, һыу инеүселәрҙе һыу аҫтында тотоп тороуҙарҙың йүнлегә алып килмәүен дә билдәләне эксперт. Кискеһен һәм төнөн яңғыҙ һыу инеүҙәрҙең бәләгә алып килеү ихтималлығын да иҫкәртте .
– Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү йәйге ялды бәлә-ҡазаһыҙ, тетрәнеүҙәрһеҙ үткәрергә ярҙам итер, – тип һығымта яһаны белгес.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.