Хәүефһеҙлек
24 Июль 2024, 15:10

Баланың кәүҙәһен тапҡандар

Оҙаҡ эҙләгәндән һуң...

Баланың кәүҙәһен тапҡандарБаланың кәүҙәһен тапҡандар
Баланың кәүҙәһен тапҡандар

Ҡотҡарыусылар 9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Илсеғол ауылы янындағы йылғаның түбәнге яғында һыуҙа батҡан ҡыҙҙың кәүҙәһен табып сығарғандар.

21 июлдә ике ҡыҙ бала Миәкә районының Илсеғол ауылы янында Дим йылғаһында йыһазландырылмаған урында һыу ингән. Алдан әйтеүҙәренсә,  береһе бата башлай. Икенсеһе үҙаллы әхирәтен ҡотҡарырға маташа. Быны күреп ҡалған кешеләр ярҙамға ташланған ҡыҙҙың үҙен саҡ тартып сығарып өлгөрә, ә беренсе ҡыҙҙы ҡотҡара алмайҙар, ул һыу төбөнә китә.

Һәм, бына бөгөн билдәле булыуынса, уның кәүҙәһен тапҡандар.

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: рөхсәт ителмәгән, йыһазландырылмаған йылға-күлдәрҙә һыу инмәгеҙ, балаларҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һыуға эскән килеш төшмәгеҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас