Был турала “БашРегионСпас” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһынан Салауат Юлмөхәмәтов кисә өйҙән сығып киткән дә һаман ҡайтмаған. Ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Малайҙың билдәләре: буйы 158 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һарғылт сәсле. Аҡ футболка, зәңгәр шорты һәм ҡара кепка кейгән булған.
Мәктәп уҡыусыһының ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Шулай уҡ ирекмәндәрҙең дә ярҙамы кәрәк, тип хәбәр итә “БашРегионСпас”.
Фото: КП-Өфө.