Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет райондарында һәм Сибай ҡалаһында йорт яны биләмәләрен һыу баҫыуға һәм юл япмаһын бушатыуға бәйле һигеҙ муниципаль берәмектәге 18 хәлде контролдә тота. Һыу баҫыу хәүефе юҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежур итә, кәрәкле техника менән тәьмин ителгәндәр.
Халыҡҡа репродуктор (микрофон) аша хәбәр итеү, һыуҙан сығыу юлдарын күрһәтеү, халыҡ менән эш алып барыу ойошторолған. Хәл насарайған осраҡта, Баш идаралыҡтың терәк пункттары, автобустар һәм юғары үтеү мөмкинлеге булған автомобилдәр әҙерлектә тора. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән.
Һыу баҫыуға дусар булған райондарҙа халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм оператив яуап биреү маҡсатында Өфөнән кәрәкле ҡорамалдар менән Баш идаралыҡтың аэромибиль отряды ебәрелгән.
Силәбе өлкәһендә дамбаның бер участкаһы йырылыуы Башҡортостан Республикаһында һыу баҫыу шарттарына йоғонто яһамай. Һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында оператив штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторолған, хәл даими контролдә тотола.
Илдар НАФИҠОВ, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
– Иртән райондың оператив хеҙмәттәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән штаб үткәрелде. Бөтә иҫкәртеү саралары ҡабул ителгән, һәр һыу баҫыу хәүефе янаған объектта дежурлыҡ ойошторолған. Ямғыр дауам итә, хеҙмәттәр эшләй. Уяулыҡты юғалтмайбыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.