Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июль , 11:00

Дүрт ай элек юғалған үҫмерҙе эҙләүҙән туҡтамайҙар

Бөгөнгә нимәләр билдәле?

Дүрт ай элек юғалған үҫмерҙе эҙләүҙән туҡтамайҙар
Дүрт ай элек юғалған үҫмерҙе эҙләүҙән туҡтамайҙар

Башҡортостанда дүртенсе ай инде 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләйҙәр. Ул дуҫы менән балалар лагерынан алыҫ түгел урында юғалғайнылар.

Эҙләү отрядтары Ағиҙел йылғаһын һәм уның эргә-тирәһен ентекле тикшерә. Дамирҙың 13 йәшлек дуҫының кәүҙәһе майҙа табылды, ә уның тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.

Ҡотҡарыусылар йылға буйын даими күҙәтә, тик ҡайһы ваҡыт ямғырҙар был эшкә ҡамасаулай. 26 июлдә насар һауа шарттары арҡаһында эҙләү туҡтатып торолған. Унан алдағы көндә ҡотҡарыусылар төркөмө йылғаның күп кенә урындарын, яр буйҙарын тикшерҙе.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: