Хәүефһеҙлек
27 Июль 2024, 10:35

Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!

Тау райондарында ямғыр туҡтамарға уйламай, һыу баҫыу хәүефе артҡандан-арта бара

Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!

25-26 июлдә республика буйынса көслө ямғырҙар, көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен, көслө боҙ-борсаҡ, ел секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе тураһында иҫкәртеү булғайны.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе билдәле:

- Архангел районының Баҫыутамаҡ ауылында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 155 см күтәрелгән, ағымдағы кимәле 234 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 369 см;

- Белорет районының Тирлән ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 153 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 296 сантиметр, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 359 сантиметр;

- Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы Ҡариҙел йылғаһы буйында һыу кимәле тәүлек эсендә 134 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 292 сантиметр, һыубаҫар туғайға сығыу урыны 637 сантиметр;

- Белорет районы Асы ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһы буйында һыу кимәле тәүлек эсендә 95 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 189 сантиметр, һыубаҫар туғайға сығыу – 369 сантиметр.

Мәҫәлән, бөгөн төндә Бөрйән районының Иҫке Собханғол һәм Мәндәғол ауылдарында Ағиҙел йылғаһында һыу күтәрелеү һөҙөмтәһендә йорттарҙың һыу баҫыу ҡурҡынысы аҫтында булыуы тураһында хәбәр килгән.

Халыҡҡа хәбәр ителә. Халыҡты эвакуациялау өсөн автобус һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта һыу кимәле тотороҡло, күтәрелеүе туҡтаған.

Шулай уҡ Әбйәлил районының Йәнгел ауылына дамбаның асылыуына юл ҡуймау маҡсатында һыу өҫтәп ағыҙыу ойошторолған. 

Иртән Учалы районының Мулдаш ауылында күперҙе йыуып алып киткән, 40 йортто һыу баҫыу ҡурҡынысы янауы тураһында хәбәр иткәндәр. Әлеге ваҡытта һыу кимәле түбәнәйгән, урау юл бар, тип белдерәләр ведомствонан.

Йылғалар һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары кимәлен күҙәтеү дауам итә. Юлдарҙың һәм күперҙәрҙең йыуылған участкаларын тергеҙеү буйынса саралар күрелә. Ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр халыҡҡа ярҙам күрһәтә.

Алып барылған эштәрҙе координациялау маҡсатында бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйривари улы Сәғитов етәкселегендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге менән берлектә муниципалитеттар менән видеоконференцбәйләнеш режимында кәңәшмә үткәрелде, уның сиктәрендә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса өҫтәмә саралар тикшерелде.

Республика халҡына һәм ҡунаҡтарына һыу баҫыу ҡурҡынысы янаһа, тыныслыҡты һаҡлағыҙ һәм паникаға бирелмәгеҙ, тип кәңәш ителә. Хәл контролдә тотала.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

 

Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Ташҡын тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас