Хәүефһеҙлек
28 Июль 2024, 18:00

Кисәге төн көсөргәнешле булды

Һыу баҫыуҙан зыян күргән ауылдар ни хәлдә?

Кисәге төн көсөргәнешле булдыКисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды

"Кисәге көн менән төн бик көсөргәнешле булды.

Ямғыр туҡтауға ҡарамаҫтан, тау йылғаларының кимәле күтәрелде. Төндә Уй йылғаһының тар урынын йырып ебәрергә тура килде.

Хәл-торош сәғәт һайын үҙгәрҙе. Районыбыҙ ҙур, халыҡҡа һәм ауыл биләмәһе башлыҡтарына оператив мәғлүмәт ебәреп торғандары өсөн рәхмәт.

Бөгөнгә хәл яйға һалынды, шулай ҙа юғары тиҙлек режимында эшләйбеҙ. Һыу кимәле төшһә лә, хәүеф бар. Муниципаль оператив төркөм ауыл биләмәһе башлыҡтары, ҡотҡарыусылар менән бергә тораҡ пункттарҙы барып тикшерә. Кәрәкле аҙыҡ-түлек, дарыу алына.

Аҙнаш ауылына урау юлдан йөрөргә мөмкин, әммә унан тик йөк машиналары ғына үтә ала.

Шәрип, Ҡажай ауылдарына шулай уҡ юғары үтеүсәнле техника өсөн генә урауҙан юл бар.

Мулдашҡа кәмә ярҙамында үтеү ойошторолған. Һыу кимәле төшә башлаған, әммә барыбер һиҙелерлек юғарылыҡта. Был тораҡ пунктҡа юл өҙөлгән. Ҡотҡарыусылар даими дежур итә.

Һауа торошо ыңғайлау менән иң беренсе ошо ауылдарға автомобиль юлын тергеҙәбеҙ. Техника һәм материалдар буйынса эш башланған да инде. Бының өсөн ваҡыт талап ителә, шуның өсөн аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Ҡотҡарыу һәм авария эштәрендә ҡатнашҡан предприятие етәкселәре һәм эшселәренә, район халҡына, биләмә башлыҡтарына, ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Ошолай бергәләп кенә тәбиғәт ғәрәсәттәренә ҡаршы тора алдыҡ.

Берҙәм ҡотҡарыу телефоны – 112, Учалы районы буйынса – 20-112.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, тип яҙҙы Учалы районы башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәрҙә.

Фотолар Р. Ғиләжетдиновтың “Бәйләнештә” төркөмөнән.

 

Кисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды
Кисәге төн көсөргәнешле булды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас